Һапаш ауылында йәш ғаиләләрҙең береһе Үзбәкевтәр йәшәй. Улар бар яҡтан да ауылдаштарға өлгө булып тора. Эльвира менән Рәил матур итеп донья көтәләр, тәрбиәле, аҡыллы балалар үҫтерәләр.
Кисә генә район үҙәгендә тантаналы сарала 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр район етәксеһе Марат Исҡужин ҡулынан миҙал алып ҡыуанды. Улар араһында беҙҙең Элвира ла миҙал менән бүләкләнде.
Ҡотлайбыҙ Эльвира менән Рәилде!
Алдағы көндәрҙә лә бәхетле, татыу ғаилә булып, балалар өсөн ҡыуанып, иҫәнлектә һаулыкта йәшәргә яҙһын.