image004

Республика « Айыk ауыл» конкрусы Һапаш ауылы.
Мөрәжәғәт.
Хөрмәтле_________________________________________
_________________________________________

Эскелек илебеззә ныkлап тамыр йәйгән. Йән башына, йылына 18 л спирт kулланыла. Барлыk улем осрағының 30% артығы эскелек арkаҺында була. Тыумыштан сирле балаларзың 75% эскесе kатындарзан тыуа. Ун ғаиләнең ете-hигезе тарkала.Ауыр енәйәттәрзең 25% эскән килеш яhала.Йыл hайын 25-30 мең кеше иçерткес эсемлектән ағыуланып улә. Иçерек үçмерзәр kаты бәғерлегә, kанҺызға әүерелә , улар тарафынан йылына 155 мең енәйәт kылына.
Яkшылыk та, яманлыk та ғаилә тупhаhынан башлана, эскелек тә. Шуға күрә балаларыбыз эсмәҺен тиҺәк, үзебезгә лә бөтөнләй эсмәçкә кәрәк. Бигерәктә килен төшөргәндә, «кейәү сәйе» тип яңы ғаилә kорғандарзы эскелеккә өйрәтәбез, быны туkтатырға кәрәк. Туй, юбилейзар, төрлө байрамдарзы ла, kунаk итеүзәрзе башkорт йолаларына таянып эскеhез үткәрергә өйрәнәйек! Эсмәйенсә лә бик матур йәшәп булла. Ундай ғаиләләр бихисап. Ураза байрамы, Корбан ғәйете hәм башkа дини байрамдарға иғтибарзы арттырайыk. Әзәп, иман, тәртип тигән төшөнсәләрзе балалар күңеленә hеңдерергә кәрәк. Уларға ололарзы ихтирам итергә, ата-әсәйгә хөрмәт күрhәтергә өйрәтәйек.
Иçерткес эсемлектәр kулланыузан ,уны hатып алыузан ,бигерәктә hатыузан тыйылырға кәрәк. Кеше hаулығы, хатта ғүмере арkаhында, уларзың ғаилә именлеге иçәбенә аkса эшләү –яуызлыk, фәхшилек (уларзы үз халkын kырған фашистәргә тиңләргә мөмкин).
Бәйғәмбәр ғөләйрис-сәләмдең хәзисендә хәмерзе әзәрләгәндәр,ташығандар,hатып алғандар hәм эскәндәр,хәмер эсеүсе янында булғандарзы (битарафтарзы ), хәмер hатыузан файза алғандарзы ләғнәтләгән.
Хәмер hатkандар әзәм kарғашынан да kурkырға кәрәк. Узегезгә булмаhа ,балаларығызға зыян килтерер. Берәүзә араkы, көмөшкә hатып мандымаған. Берәүзә уны эсеп тә бөтә алмаған.
Бөгөн беззең матур, тулы тормош менән йәшәргә бөтә мөмкинлектәребез бар. Бына тигән мәсетебез, балалар баkсаhы,медпункт, башланғыс мәктәп, магазиндарыбыз. Урамдарға асфальт йәйелгән, төнгөhөн уттар яkтыртыла.
Эскелек – йәмғиәтебеззең иң зур бәләhе, kот осkос афәт. Бер рюмка өсөн hуңғы тинен берергә, балаларын ризыkтан яззырырға, араkы урынына теләhә ниндәй иçерткес эсергә әзер эскеселәр күңелдә kызғаныуға, имәнес тә уята.
Эскелеккә kаршы бөтә ауыл менән көрәшәйек, йәш быуынды «Сәләмәт тәндә сәләмәт рух» тип тәрбиәләйек. Эште үзебеззән, ғаиләнән тәрбиәләй башлайыk.
Республика « Айыk ауыл » конкурсында актив kатнашып еңеүгә өлгәшәйек.

«Айыk ауыл» республика конкурсында
kатнашыусы Һапаш ауылының ойоштороу камитеты.

«Юлдаш» радиоhына интервью» 

         Тәү сиратта барыhын да бөгөнгө «Айыkлыk көнө» менән, быйыл республика «Айыk ауыл» конкурсында kатнашырға kарар иткән Һапаш ауылы халkы, ғөмүмән Күгәрсен районы исеменән kотлайым. Бөгөнгө көндә  баҙар шарттарында эсеп йөрөп кенә донья көтөп, балалар тәрбиәләп, уларҙы уkытып – кейендереп булмай, элегерәк күмәк хужалыkтар булғанда  был бик hиҙелмәгән дә күренмәгән дә.               Ауыл төҙөк, матур, районда ла иң күркәм ауылдарҙың береhе тиhәк тә бер ҙә хата булмаç.  Ауылда йөҙләп йорт бар, унда 316 кеше йәшәй. 2008 йылда ауыл халkы көсө менән бик матур мәсет төҙөп ултырттыk, ә ауыл Советында 3 мәсет бар, халыk бик теләп йөрөй, төрлө дини байрамдар ойошторолоп тора, hәм тәрбиә мәсьәләhендә ҙур роль уйнай. Тәүҙәрәк мәсетте Яkшыбаев Гиниәт бабай етәкләне, ул олоғайыу сәбәпле, хәзер инде имам-хатиб Иçәнголов Мөҙәрис ағай тора. Ауылда медпункт, балалар баkсаhы эшләп килә, бер яkтан hәйбәт икенсе яkтан насар тип әйтер кәрәк,  балалар баkсаhына сират ҙур, быйыл 1-се класка 5 бала барҙы, бөтәhе башланғыс мәктәптә – 19 бала уkый, өлкән кластар автобус менән Хоҙайбирҙин ауылына уkырға йөрөйзәр. Ауыл халkына йәшәү өсөн бөтә шарттар за булдырылған, газ 1986 йылда үтә башланы, юлдар – асфальт, урамдар төнөн яkтыртыла. Ауыл халkы тырышып ята эш тип. Мал күп тоталар, шуға күрә көтөүлек, бесәнлек мәсьәләhендә ығы-зығы ла булып ала. 18 трактор, 10 груз машина, легковойҙын hаны ла юk инде 2-3 булып бара hәр йортта. Беҙ «Айыk ауыл» конкурсында kатнашhаk та Һапаш ауылы эскелеккә батkан тигән hүҙ түгел. Әлбиттә эскән Кеше лә, hатkаны ла бар – тимәк проблема бар. Ошоға kағылышлы закондар ҙа бар hымаk, тик ниңәлер эшләп еткермәйҙәр. Шуға күрә эскелеккә kаршы бар ауыл халkын ошо әфәт менән көрәшергә булдыk. Быға тиклем дә был эш алып барыла ине инде ул, төрлө йәмәғәт ойошмалары менән берлектә 2000 йылдар ҙа хужалыk менән берлектә Абдуллиноға ла автобустар менән дә барҙыk. Әле ауыл Советында 6 частный магазин булhа шуларҙың өсөhөндә Байгазин Зайнулла, Яппарова Зимфира, Ишкинина Рима бөтөнләй алкоголь продукцияhы hатылмай, икәүhендә йома, ял, байрам көндәрендә hатылмай.  Алкоголь, араkы, вина булhынмы, пиво булhынмы юkkа ғына наркотик тип әйтмәйҙәр. Шуға күрә йәштәрҙе, балаларҙы эскелектән аралап алыу бурысы мөhим булып тора. Бының өсөн антиалкогольный реклама плакаттары kуйып сыkтыk, төрлө саралар үткәрелеп тора, үткән ял көнө ғаилә байрамы үткәрҙек, спорт плащадкаhы төзөп ултырттыk, фильмдар күрhәттек, лекциялар үтеп тора. Эшhеҙлек проблемаhы ла бар әлбиттә. Ауыл Советында 2 ауыл хужалығы эшләп килә. 7 фермер бар, шуларҙын 4-hе Сляучин Хәбир, Юдаев Рәмиль, Ишкинин Нәжип, Иçәнголов Фәнис, Һапаштан, уларға 500 га самаhы ер тура килә, уборка эштәрен тамамланылар, көнбағыш йыйып алаhы kалды. Халыk та картуф уңған тип kыуана. Ике ауыл хужалығында ла эсмәгән, тартмаған эшселәрҙе дәртләндереү өсөн махсус премиялар булдырылған. Шулай уk матур йәшәгән ғайләләрҙе өлгө күрhәтергә тырышабыҙ. Быйыл Ишкинин Рафкат менән Фәриҙә апай 50 йыл, Нигматуллин Сулпан менән Зәйтунә апай, Ишкинин Рашит менән Фәриҙә, 55 йыл бергә йәшәйҙәр. Күп балалы ғаиләләр арта. Сляучин Хәбир менән Резеда, Иçәнголов Фәнис менән Ләйсән 5-әр, Ишкинин Фәүрәт менән Гөлназ, Ишкинин Ильшат менән Зөльфиә 4-әр бала тәрбиәләйҙәр.  Яңыраk «Айыk ауыл» конкурсында kатнашkан ауылдарҙын (161 ауыл) активы kатнашлығында Өфөлә семинар-кәңәшмәhе ойошторолдо. Әйтергә кәрәк бик фәhемле кәңәшмә булды. Унда эскелеккә kаршы эш алымдары, методик ярҙам күрhәттеләр, hәм уңай менән файҙаланып ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп үтке килә. Әле 16 сентябрҙә конкурс комиссияhын kабул итергә әҙерләнеп ятабыҙ.

  Беҙҙә конкурс «Сәләмәт тормош өсөн» дивизы аçтында үтә. Барыбыҙ ҙа сәләмәт булайыk. Барыhына ла уңыштар теләем.