10.04.2024

Ялсы ауылының «Мәрхәбә» мәсетендә бөгөн Ураҙа байрамы үтте.Яҡташтарын ҡотлар өсөн Мәләүез ҡалаһының имам хатибы, беҙҙең ауылдашыбыҙ Сафин Рәфис Риф улы килде,район хакимиәте башлығы исеменән, район советы депутаты Сляучин Хәбир Минефәр улы ҡотланы,ауыл хакимиәте башлығы Ирек Раял улы ла ауылдаштарға иң изге теләктәрен еткерҙе.Бөгөнгө сараға Нәсимә һәм Фәттәх ағай Шәмиғоловтар, Илүзә һәм Руслан Төҡөмбәтовтар ҡорбан салып ауылдаштарҙы һыйланылар.Салған ҡорбандарының сауаптары насип булһын. Ашау- эсеүҙән тыйылып ураҙа тотҡан һәм ниәт итеп тә тота алмағандарҙың күңел ураҙалары,биргән фитыр саҙаҡалары, фидийәләре ҡабул булһын! Ниәттәребеҙ изге булһын! Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған әруахтарыбыҙҙың һәм үҙебеҙҙең гонаһтарыбыҙ ярлыҡанып, ил һәм йән тыныслығында, бала- сағаларыбыҙҙың ҡыуанысын ғына күреп, ошо һаулығыбыҙҙан яҙҙырмай, киләһе Рамаҙан айҙарын ҡаршылап, йәшәргә насип булһын тигән теләктәрен еткерҙе ауылыбыҙҙың имам хатибы Заһир Нурғәле улы.Амин шулай булһын.Хозайбирзе hэм  һапаш ауылы мәсеттэрендэ лэ Ураза байрамына арналган  саралар узгарылды. Кунаkkа Венер Гэлимйэн улы Азнаголовта килде

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *