25.03.2024

Яҙғы каникулға уҡыусыларыбыҙ яҡшы билдәләр менән генә түгел, ә матур бүләктәр алып та ҡыуанып таралыштылар. Мәктәптә хәҙер инде традицияға әйләнгән шахмат ярыштары үтте. Был турнир педагогик хеҙмәт ветераны, хөрмәтле директорыбыҙ Булгаиров Рауил Ноғман улы иҫтәлегенә арнап йыл һайын ойошторола. Ярышты башлап Айрат Рауил улы һәм Ирек Раял улы шахмат ярышында ҡатнашыусы уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр. Ҡунаҡтарыбыҙ мәктәптә бик күп уҡыусыларҙың был уйын менән мауығыуҙарына ысын күңелдән шатландылар, еңеү еңел бирелмәгәнлеген дә аңлаттылар. Ярыш бик кыҙыу барҙы, башланғыс кластарҙан алып өлкәндәргә тиклем иң көслө шахматсылар ғына үҙҙәрен ысын уйынсылар итеп таныта алдылар. Айрат Рауил улы йылдағыса ярышта ҡатнашыусы уҡыусыларға бик матур бүләктәр әҙерләгән. Һәр шахмат уйнаусы бүләккә эйә булды. Юдаев Ирек Раял улынан мәктәптең шахмат бүлмәһенә магнитлы шахмат таҡтаһы алып та ҡыуандыҡ. Тимәк, шахмат уйыны- тик зирәктәр һәм отҡорҙар уйыны- беҙҙең мәктәптә дауам итәсәк әле. Ә Айрат Рауил улына һәм Ирек Раял улына мәктәбебеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торғандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *