2 май көндө hәр ауылда зыяраттарзы тәртипкә килтереү буйынса өмәләр ойошторола

Йыл hайын Ялсы ауыл биләмәhендә 2 май көндө hәр ауылда зыяраттарзы тәртипкә килтереү буйынса өмәләр  ойошторола. Быйыл да халыk дәррәү тотоноп зыяраттарзың тирә-яғын kыйзан тазартты, кәртәhен, kаkшаған ерзәрен төзәтеп сыkтылар. Бигерәк тә Ялсы, Вәлит ауыл халkы әүзем kатнаштылар, уларзан Һапаш, Хозайбирзин ауылдары ла kалышманы. Әйткәндәй беззең зыяраттар hәр саk төзөк, тәртиптә тотола, имам- хатибтар, ветерандар Советы күз уңынан ысkындырмайзар, йыл hайын бер зыяратта ремонт эшләнеп бара, быйыл да Юлбаш ауылы зыяратының кәртәhен алыштырыу күз уңында тотола. Алдағы көндәрзә лә ауылдаштар, әреүәхтәр алдында изге бурысты онотмай, ошондай өмәләрзән ситтә kалмаçтар тип ышанабыз.

Исмагилова Н.Ф.

Ялсы ауыл китапханаhы мөдире.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *